Ҡатын-ҡыҙ бөтә замандарҙа ла изгелек, наҙлылыҡ, нәзәкәтлелек һәм һөйкөмлөлөк символы булып торған. Беҙ һеҙҙең хәстәрегеҙҙе ихлас баһалайбыҙ, гүзәллегегеҙгә һәм тәрән аҡылығыҙға һоҡланабыҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.
Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙең сикһеҙ изгелеклелегегеҙ һәм күңел йомартлығығыҙ менән донъяны тағы ла яҡтыраҡ һәм камилыраҡ иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бөтөн күңелемдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм көр күңел теләйем.
Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ!
Байрам менән!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.