Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Март 2022, 04:53

Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!

Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау маҡсатында махсус хәрби операция бара. Бынан тыш, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн Рәсәй тарафынан ҙур гуманитар ярҙам ойошторолдо.

Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!
Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!

Башҡортостандан беренсе гуманитар яр-ҙам ебәрелде лә инде. Ауыр хәлдә ҡалыусылар беҙҙән 75 тоннанан ашыу гуманитар яҙрам алды. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡтан да.

Әлбиттә, гуманитар ярҙам өсөн әле лә төрлө кәрәк-яраҡтар йыйыу дауам итә. Улар араһында тиҙ иҫкермәй торған аҙыҡ-түлек, кейем, гигиена әйберҙәре буласаҡ. Әгәр ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ ҙә был акцияла ҡатнашырға теләһәгеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Хоҙайбирҙин урамы, 91-се йортта урынлашҡан офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефондар: 8-937-846-02-79, 8-3473-20-94 84.

Һүҙ ҙә юҡ, һәммәбеҙ өсөн дә иң мөһиме – күгебеҙ тыныс булыуы, һаулыҡ һәм өҫтәлебеҙҙә ризыҡ булыуы. Шул уҡ ваҡытта әлегеләй бәләгә тарығандар хаҡында ла уйланһаҡ ине. Кеше тигән төшөнсәгә тап төшөрмәһәк ине.

Рәмил ҒӘБДРӘШИТОВ.

Һүрәттә 3-сө лицей уҡыусылары.

Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!
Бәләгә тарығандар яңғыҙ түгел!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас