Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Март 2022, 13:15

Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!

Юбилей – эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, ҡаҙаныштар, уңыштар тураһында уйланыуҙар һәм киләсәккә пландар ҡороу мәле. Бынан 55 йыл элек, 1967 йылдың мартында, 58-се балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Ошо йылдар эсендә беҙҙең балалар баҡсаһы оҙон юл үтеп, ижади эҙләнеүҙәр, педагогик тәжрибә туплап нығынған. Көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән тулы тормош юлы уҙылған. Күпме шатлыҡлы, педагогтарыбыҙ һәм тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн ғорурлыҡ мәлдәре кисерелгән.

Беҙҙең учреждение һәм коллектив тарихын инициативалы хеҙмәткәрҙәр булдырған: мөдирҙәр, тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, музыкаль етәкселәр, шәфҡәт туташтары, ашнаҡсылар, хужалыҡ эштәре мөдирҙәре, кер йыуыусылар, кастеляншалар, ҡарауылсылар... Беҙ барыбыҙ бергә үҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған бер нисә быуынды берләштергән татыу ғаилә. Уңышҡа ирешеү һәм абруй яулау өсөн беҙҙең барыбыҙға ла күп эшләргә, бихисап ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде.

Бөгөн беҙ, әлбиттә, кемдәр шишмә башында торған – уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын Дмитриева Софья Тимофеевна асҡан, фәҡәт ул йәш белгестәрҙе берләштереп, көслө, ныҡлы коллектив ойошторған. Шунан һуң уны Баранова Раиса Васильевна алыштырған. 1979 йылдан 1993 йылға тиклем балалар баҡсаһын Старун Валентина Андреевна етәкләгән. Тап уның етәкселегендә балалар баҡсаһы күҙгә күренеп үҙгәрә: спорт залы йыһазландырыла, ә 1983 йылда, Валентина Андреевнаның тырышлығы менән төркөмдәрҙең береһе ҡалабыҙҙа иң беренсе булып бассейн итеп үҙгәртелә (ҡорола). Шулай итеп, был балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр йөҙөргә өйрәнеү бәхетенә ирешә.

20 йыл алыштырғыһыҙ өлкән тәрбиәсе булып эшләгән Ибраһимова Мәрүә Миңнеғәли ҡыҙы етәкселегендә педагогик коллектив бик күп ҡаҙаныштарға ирешә.

1994 йылда матур традицияларҙы дауам итеү эстафетаһын Васильева Вера Ивановна ҡабул итеп ала. Вера Ивановна 1967 йылдың мартында тәрбиәсе булып эшкә килгәндә уға ни бары ун һигеҙ генә йәш була. Ул саҡта улар өр-яңы балалар баҡсаһын асып, балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә башлай. 1987 йылда ул үҙенең хеҙмәт юлын өлкән тәрбиәсе вазифаһында дауам итә, ә 1994 йылда уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ул ошо вазифала эшләй.

Балалар баҡсаһында методик эште 1994 йылдан Мөсәғитова Регина Камил ҡыҙы алып бара, ул бында 37 йыл хеҙмәт юлы үтә – 1972 йылда тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башлай һәм 1994 йылдан 2008 йылға тиклем өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, компетентлы, хәстәрлекле һәм әҙәпле булғаны һәм педагогик культураһы өсөн уны һәр саҡ коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә.

Үҙ ғүмерен үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветерандарын да билдәләп үтке килә – Кистень Раиса Васильевна, Әхмәҙуллина Зөһрә Бәҙғетдин ҡыҙы, Кочетовская Валентина Петровна, Васильева Ольга Юрьевна, Ғәзиева Гөлнур Хәмзә ҡыҙы, Кузьмина Наталия Николаевна, Малышева Ольга Александровна. Һәм, әлбиттә, улар менән бер рәттән үҙ эшенең оҫтаһы булған бик шәп белгестәр эшләне: өлкән шәфҡәт туташы Исхаҡова М.А., кер йыуыусылар Карюгина Л.А., Фәррәхова Ф.Х., кастелянша Зарипова Н.Г., ярҙамсы эшсе Муллағәлиева С.Г., тәрбиәсе ярҙамсыһы Усманова М.Н. ғүмер буйы ошо балалар баҡсаһында эшләгән, әммә хәҙер инде беҙҙең аранан киткәндәрҙе лә юҡһынып иҫкә алабыҙ: Петрова Р.А., Мусаҡаева Р.М., Семавина Т.И.

Балалар баҡсаһы – балаларҙың шат тауыштары яңғырап торған ғәҙәти булмаған мөхиттәге мөғжизәле донъя. Ә бала өсөн был ғәжәйеп тылсымлы донъяла тәрбиәләнеү – тәүге асыштарҙың, ҡаҙаныштарҙың, еңеүҙәрҙең онотолмаҫ мәлдәре. Ошондай урында хәстәрлекле, йөрәге тик һөйөү менән тулы, балаларҙың барыһын да берҙәй ярата белгән асыҡ күңелле, изге йөрәкле кешеләр генә эшләй ала.

Ваҡыт үтеү менән күп нәмә үҙгәрҙе. Учреждение үҙенә генә хас эш алымдары менән байытылды, эш сифатын күтәреүҙең оҙон юлын үтте, балалар баҡсаһының матди-техник базаһы яҡшырҙы.

Бөгөн 58-се балалар баҡсаһы – тотороҡло, уңышлы эшләүсе һәм заман менән бергә атлаусы үҫешкән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы. Унда хәҙер заманса программалар, инновацион технологиялар ҡулланыла. Коллектив өйрәнә, профессиональ йәһәттән үҫешә, федераль дәүләт белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырыла. Бында балалар менән эшләгәндә яңы алымдарҙы еңел үҙләштерерҙәй, ижади ҡарашлы тәрбиәселәр, яңы кимәлдәге педагогтар, өлгөлө белгестәр булдырыу өсөн юғары талаптар ҡуйыла: мәғлүмәти һәм коммуникацион технологиялар, проектлы, тикшеренеү-экспериментлаштырыу эшмәкәрлеге, һаулыҡты һаҡлаусы технологиялар ҡулланыла.

Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһында балаларға донъяны танып-белергә, матурлыҡты күрә белергә, сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итеүсе бер фекерҙә булған коллектив барлыҡҡа килде. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн һөйөү, шатлыҡ менән тулы мөхит булдырып, уларҙың тормошон тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм байыраҡ итергә тырыша.

Бында балаларҙың нескә күңеленә юл табырҙай яҡшы уйлы кешеләр эшләй. Күп йылдар дауамында бик яҡшы педагогтар эшләй: Стрижкова С.В., Селезнева О.А., Комарова О.Н., Вәлишина З.М., Георгеоман Л.С., Анохина О.А., Родионова Е.М., Пашина Н.И., Юдочкина Е.Н., физик культура буйынса инструктор Хажиева И.А., музыкаль етәксе Гундорова О. П. ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт итә!

Беҙгә алмашҡа йәштәр ҙә килә. Беҙҙең коллективта белемле, киң эрудициялы, балаларҙы яратҡан белгестәр эшләй: тәрбиәселәр Черномырдина Е.Г., Яковлева М.Ф., Исхаҡова Р.Х., Вәхитова А.Р., Козлова Л.Е., Бәширова Н.Т., Түрйәнова Н.А, Хөсәйенова Р.Ф., Яҡупова Р.Ф., физик культура буйынса инструктор – Зәйнетдинова А.А., өлкән тәрбиәсе Ноғаманова Р.Г. Әйткәндәй, 2021 йылда беҙҙең баҡса тәрбиәсеһе Яковлева Мария Фёдоровна “Йыл педагогы – 2022” ҡала конкурсының “Фәнгә юл” номинацияһында еңеүсе булды.

2021 йылдың апрелендә беҙҙең учреждение Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында, 2021 йылдың июлендә “Мәктәпкәсә белем биреү идаралығының иң шәп тәжрибәләре” Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсында еңеүсе булды. “21-се быуаттың белем биреү ойошмаһы. Лидерҙар лигаһы – 2021” Бөтә Рәсәй конкурсында “Физик тәрбиәләү программаһын әҙерләү һәм ҡулланыуҙа лидер” номинацияһында лауреат булды.

Йомғаҡлап әйткәндә, беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының 55 йыллыҡ тормошо – кескәй граждандарҙы тәрбиәләүҙә еңел булмаған һәм көндәлек хеҙмәт емеше. Балалар баҡсаһы тиҫтәләрсә быуын балаларын тәрбиәләп мәктәпкә әҙерләне. Беҙҙә тәрбиәләнеп, хәҙер оло тормошҡа аяҡ баҫҡан ата-әсәләр ҙур теләк менән балаларын, хатта ейәндәрен беҙгә йөрөтә.

Балалар баҡсаһында ата-әсәләрҙең ҡатнашлығынан башҡа эш алып барыу мөмкин түгел. Педагогтар һәм ата-әсәләр – уртаҡ мөһим һәм еңел булмаған эштә – балалар тәрбиәләүҙә партнер. Беҙҙең мөнәсәбәттәр бер-береңде хөрмәт итеү, изге теләктәр, хеҙмәттәшлек нигеҙендә ҡорола. Беҙ беҙҙең учреждение тормошонда әүҙем ҡатнашыусы атай-әсәйҙәргә, өләсәй һәм олатайҙарға рәхмәтлебеҙ.

Беҙҙең коллективтың девизы: “Һәр ата-әсәнең хыялы һәм беҙҙең маҡсатыбыҙ – аҡыллы һәм сәләмәт бала”. Беҙҙең балалар баҡсаһына алдағы йылдарҙа ла яңынан-яңы уңыштар, ҡаҙаныштар һәм именлек теләйбеҙ.

Л.Д.БУТЕНКО, 58-се балалар баҡсаһы мөдире; Р.Г.Ноғоманова; өлкән тәрбиәсе, З. М.ВӘЛИШИНА тәрбиәсе.

Реклама.

Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!
Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас