Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Марта 2022, 09:52

8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә

2021 йылдың ғинуар-декабрендә Башҡортостан халҡының дөйөм миграция үҫеше 14 мең 879 кеше тәшкил иткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә
8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә

«Уҙған йылдың уртаһынан 8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда «Башинформ» иң ҙур миграция үҫешенең Урал федераль округы төбәктәре менән күҙәтелеүе хаҡында хәбәр иткәйне (1486 кеше). Башҡортостанға Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан күсеп килеүселәр бар.

Башинформ.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас