Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Март 2022, 08:00

Кер йыуыу порошогына хаҡ артырмы?

15 марттан P & G компанияһы (Ariel, Tide, Lenor, Fairy, Pampers, Gillette, Head & Shoulders һәм башҡа брендтар) Рәсәйҙә ҡайһы бер тауарҙарға хаҡты яҡынса 43% арттырырға вәғәҙәләй, тип хәбәр итте «Коммерсант».

Кер йыуыу порошогына хаҡ артырмы?Кер йыуыу порошогына хаҡ артырмы?
Кер йыуыу порошогына хаҡ артырмы?

Мәҫәлән, кер йыуыу порошогы яҡынса 30%, кер йыуыу саралары — 26%, төрлө таҙартыу саралары 74% ҡиммәтләнә.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы тауарҙарына хаҡ — 33%, балаларҙыҡыеа 47% арта. Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн тауарҙар — 67%, сәс тәрбиәләү — 63%, теш пастаһы — 58%, ҡырыныу кәрәк-яраҡтары 65% ҡыйбатыраҡ була.

Хаҡтарҙың артыуын етештереүсе Рәсәй баҙарындағы хәл менән аңлата.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хаҡ артыуға Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына йәки Башҡортостандың Сауҙа министрлығына ялыу яҙып ебәрергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас