

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Инстаграмда үҙ битен юйыуы тураһында хәбәр иткәйне. Интернет ҡулланыусыларҙы ул «Бәйләнештә», «Синыфташтар» һәм «Телеграмм» дағы сәхифәләрендә аралашырға саҡырҙы.
Башҡортостан башлығы позицияһын республиканың башҡа дәүләт хеҙмәткәрҙәре лә хупланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та «Мета» ойошмаһына ҡараған «Фейсбук» социаль селтәрен ҡалдырыуы тураһында белдергәйне.
Ә Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов та, Инстаграмдағы аккаунтын 11 мартта уҡ юйып, башҡа социаль селтәрҙәргә күскән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев үҙ сәхифәһен «Тикток»та үҫтерә.
Баш ньюс.