Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Март 2022, 06:53

Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булды!

Украинала барған махсус операция барышында тағы ла бер Башҡортостан егетен юғалтыу тураһында үкенесле хәбәр килде.

Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булды!Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булды!
Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булды!

Был юлы яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ егете Владимир Мокшин һәләк булды. Ул ҡалабыҙҙың 6-сы гимназияһын тамамлай, ҡаланың мәғариф учреждениеларында эшләй, ә һуңғы йылдарҙа контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтә. Владимир Мокшин Төнъяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә лә ҡатнаша.

"Владимир Геннадьевич - ысын һалдат, Ватанының улы! Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ", - тип белдерҙе ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Яугир менән хушлашыу иртәгә "Сода" ҡала мәҙәниәт һарайында 13:00 сәғәттә башлана.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас