

«Донецк Халыҡ Республикаһына аҙыҡ-түлектән тыш, төҙөлөш материалдары ла кәрәк. Емерек йорттар күп, оҙаҡламай ямғырҙар башланыр. Уларға шифер, профиль, пленка, фанера һәм башҡа ағас эшкәртеү продукттары кәрәк. Шунан ылауҙы оҙатырбыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа.
Республикалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфө менән Донецк туғандаш ҡалаларға әүерелде.
Башинформ.