

Мәҫәлән, магазинға ашап барығыҙ. Был шаяртыу түгел, ысынлап та, магазинға, айырыуса ҙур супермаркеттарға ас килеш барырға ярамай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ас кешеләр кибеттә кәрәкмәгән тауарҙарға 20 процент тирәһе күберәк аҡса сарыф итә, сөнки уныһы ла, быныһы ла кәрәк кеүек. Күҙ ҡарашы кәштәләр буйлап йүгерә, хистәр аҡылға буйһонмай. Бындай халәттә аҡсаны һаҡсыл тотоноу тураһында уйлап та булмай. Шуға күрә икенсе ҡағиҙә: кәрәкле тауарҙар исемлеген төҙөгөҙ.
Супермаркетта бүлектәрҙең урыны бик уйлап бүленә: ғәҙәттә, икмәк, ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә һәм алкоголь бер-береһенән алыҫ урынлаштырыла. Был һатып алыусы тиҙ генә инеп, иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып сығып китмәһен өсөн эшләнә. Теләйһеңме, юҡмы, арыу уҡ юл үтергә тура килә һәм ни тиклем оҙағыраҡ йөрөһәң, шул тиклем күберәк тауар кәрзинеңә төшөп ята.
Бынан тыш ташламаларға иғтибар итегеҙ. Әгәр эргәгеҙҙә бер нисә супермаркет булһа, ҡайҙа нимәнең арзан булыуын, хаҡтарҙы сағыштырығыҙ. Бының өсөн бушлай мобиль ҡушымталар ҡулланырға була.
Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр акция – ул яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан тауарҙарҙы һатыу, тип аңлай. Был улай түгел. Ғәҙәттә, етештереүселәр хаҡты күмәртәләп һатыу кимәленәсә төшөрә һәм әлеге партияны тиҙерәк һатып бөтөп, әйләнеш иҫәбенә ота: партия күләмен арттырған осраҡта бер берәмек тауарҙы етештереү хаҡы кәмей. Ярлыҡтағы хаҡ әйберҙең үҙҡиммәтенән барыбер юғарыраҡ була, сөнки бер предприятие ла үҙенә зыян килтереп эшләмәй!
Шуныһын да иҫтә тотоу мөһим: теленгән икмәк, сыр һәм колбаса ла бөтөндәренән күпкә ҡиммәтерәк тора. Һеҙ икмәкте үҙегеҙ телеп ашай алмайһығыҙмы ни? Был тауыҡ һәм балыҡты бөтәүләй алыуға ла ҡағыла. Бөгөн күп кенә сауҙа нөктәләрендә теләгән бер тауарҙы һеҙ теләгәнсә киҫеп бирәсәктәр һәм был тулыһынса бушлай. Йыуылмаған йәшелсә һәм емеште һайлағыҙ. Улар арзаныраҡ та, шул уҡ ваҡытта оҙағыраҡ та һаҡлана. Әҙер йыйылмалар һатып алмағыҙ, шул уҡ винегретҡа тигән аҙыҡ-түлекте айырым һатып алыу күпкә отошлораҡ.
Шулай ҙа... Күмәртәләп һатыу базаһына йөрөү отошло булып ҡала. Был йәһәттән Стәрлетамаҡта базалар етерлек.
ӘЙТКӘНДӘЙ,
Иң ҡиммәтле тауар күҙ тәңгәлендәге кәштәләргә һалына, арзаныраҡтары йә аҫҡы йәки өҫкө кәштәләрҙә урын ала. Яңы ризыҡтар төпкәрәк ҡуйыла, ә яраҡлылыҡ ваҡыты сығып барғандары иң алға теҙелә.
Ярлыҡтағы хаҡҡа түгел, хаҡтың берәмегенә иғтибар итегеҙ. Ябай итеп әйткәндә, әлеге аҙыҡтың бер килограмы, литры күпме булыуын иҫәпләп ҡарағыҙ. Эргәләге тауар ҡиммәтерәк күренһә лә, дәүмәле (ауырлығы) йәһәтенән күпкә отошло булыуы ихтимал.
Ғәҙәттә, ҙур ҡап бәләкәйенән отошлораҡ була. Мәҫәлән, ике килограмдан бүленгән дөгө бер килолыҡ ҡаптан арзаныраҡҡа төшә. Шулай ҙа артығын алмағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр коронавирус башланғанға тиклем һатып алған ҡарабойҙай ярмаһын әле булһа ашап бөтмәгәндер.
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.