

«Йәштәребеҙҙең әүҙем, Өфө һәм республика үҫешенә битараф булмауы өсөн шатмын. Етди һорауҙар яңғыраны. Бындай аралашыу бик мөһим һәм дөрөҫ. Бәйләнеште юғалтмаҫҡа, һәр ваҡыт аралашып торорға кәрәк. Мин һәр кем өсөн асыҡ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, һәр саҡ ярҙам итербеҙ», — тине Ратмир Мәүлиев.
Ул мәғлүмәтләштереү һәм элемтә комитетының ҡала күҙәтеү үҙәгендә лә булды. Үҙәк халыҡты һәм башҡарма дәүләт власы органдарын йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Ратмир Мәүлиев бында эштең нисек алып барыуы менән танышты, тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәттәр ҡабул иткән, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тикшереп торған операторҙар менән аралашты.
Башинформ.