

Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миһырбанлылар ҡабул итеү пунктына аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ, гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, аяҡ кейеме һәм канцелярия кәрәк-яраҡтары килтергән. Тимер юлсылар балаларға тәғәйенләнгән уйынсыҡтарға, үҫтереүсе китаптарға ҙур иғтибар бүлгән.
Республикала #БеҙБергә бөтә Рәсәй акцияһында Куйбышев тимер юлының 500-гә яҡын хеҙмәткәре ҡатнашҡан, һәм уларҙың һаны көндән-көн арта бара.
Башинформ.