Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 05:37

Радий Хәбиров 1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Алан Марзаевҡа 1 майға ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡушты.

Радий Хәбиров 1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡуштыРадий Хәбиров 1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡушты
Радий Хәбиров 1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға ҡушты

«Бөгөн – 4 апрель. 1 майға ҡала-ауылдарыбыҙ тап-таҙа булырға тейеш. Ҡыш буйына йыйылған бысраҡтан, ҡарҙан арынырға кәрәк. Юл буйҙары ныҡ бысраҡ, йөрөгән саҡта шул күҙгә ташланды. Бурысыбыҙ –  ҡышҡы бысраҡтан тиҙерәк ҡотолорға», – тине ул.

Яҙҙың һуң килеүе был бурысты үтәүҙе ҡатмарлаштыра, ләкин ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ҡарҙы ҡарайтыу  менән шөғөлләнәләр, тип яуапланы Алан Марзаев.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәргә Волга буйы федераль округындағы авариялар күрһәткесенең түбән булыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башинформ.

Фото Яндекс.

Автор:
Читайте нас