Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Апрель 2022, 10:04

Килем тураһында декларацияны 4 майға тиклем тапшырырға кәрәк

2021 йылда алынған килем тураһында декларацияны 4 майға тиклем тапшырырға кәрәк, тип хәбәр итте һалым хеҙмәте. Документты йәшәгән урын буйынса инспекцияға йәки күп функциялы үҙәк офисына илтеп бирергә мөмкин.

Килем тураһында декларацияны 4 майға тиклем тапшырырға кәрәкКилем тураһында декларацияны 4 майға тиклем тапшырырға кәрәк
Килем тураһында декларацияны 4 майға тиклем тапшырырға кәрәк

«Әйтәйек, былтыр гражданин минималь ҡулланыу ваҡытынан аҙыраҡ тотонолған күсемһеҙ милкен һатһа, яҡын булмаған туғандарынан ҡиммәтле бүләктәр алһа, лотереяла ҙур булмаған сумма отһа, мөлкәтен ҡуртымға бирһә йәки сит илдәге сығанаҡтарҙан табыш алһа, килем тураһында декларация бирергә кәрәк. Йылына 1 миллион һумға тиклем – күсемһеҙ милек, 250 мең һумға тиклем башҡа мөлкәт һатҡан осраҡта һалым түләүсегә 3-НДФЛ декларацияһын тапшырырға кәрәкмәй», – тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар ҙа килеме тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Үҙмәшғүлдәргә декларация тапшырырға кәрәкмәй.

Һалымды 2022 йылдың 15 июленә тиклем түләргә кәрәк.

Һалым ҡайтармаһын алыу өсөн декларацияны йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта ебәрергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас