«Үткән аҙнала улар менән осраштыҡ. Уларҙы уҡытыуҙы ойошторорға ине. Ошо йүнәлеш өҫтөндә бергәләп эшләргә кәрәк», — тине Хәбиров.
2019 йылда Башҡортостан Башлығы башланғысы менән бизнес-шерифтар институты асылғайны. Маҡсаты — эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, уңайлы эшлекле һәм инвестиция мөхите булдырыу.
Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтендә бизнес-шерифтар менән осрашты. Иҡтисадҡа ярҙам саралары һәм санкция баҫымына бәйле яңы саҡырыуҙар тикшерелде.
«Алдығыҙға ҡуйылған төп бурыс — эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ, инвестициялар йәлеп итеү. Һеҙ ошо йүнәлеш менән генә шөғөлләнһен өсөн муниципалитет башлыҡтарынан һеҙгә башҡа эш йөкмәтмәүҙәрен һораным. Сөнки был — ғәйәт ҙур эш, — тине Радий Хәбиров осрашыуҙа. — Ике йыл ярым үткәс, бизнес-шерифтар институты эшләй тип әйтә алам. Республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, уны яҡлау эше менән шөғөлләнгән шәп команда барлыҡҡа килде. Беҙҙең тәжрибәне федераль кимәлдә лә юғары баһаланылар».
Башинформ.