Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 14:15

Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны артҡан

Әле республикала 129 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес компанияһы иҫәпләнә. 

Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны артҡан
Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны артҡан

Был күрһәткес 2020 йыл менән сағыштырғанда, 2 процентҡа күберәк. Бөгөнгә 500 меңдән ашыу кеше эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнә, бизнесҡа төбәк тулайым продуктының 30 проценты тура килә. 2021 йылда эшҡыуарҙар республика ҡаҙнаһын 12 миллиард һумлыҡ һалым менән тулыландырған. Хөкүмәттә санкциялар шарттарында бизнесҡа ярҙам саралары әҙерләнгән. Көрсөккә ҡаршы план 150 бүлектән тора. Программа 24 миллиард һумға баһалана.

Баш ньюс.

Фото Яндекс.

Автор:
Читайте нас: