Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 09:15

Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!

Өфөлә 13 тапҡыр Паралимпиада, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың “Милләт йәшлеге – VIII” премияһы еңеүселәрен билдәләнеләр. Премия мөмкинлектәре сикле булған балалар араһынан спортта ҙур уңыштар ҡаҙаныусыларға, уларҙы ошо юлға әҙерләгән тренерҙарына, ата-әсәләренә тапшырылды.

Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!
Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!

Шуныһы үҙенсәлекле, ҡыуаныслы һәм иғтибарға лайыҡ: был Премия паралимпиада йүнәлешен яҡтыртыусы, ғөмүмән, спортты йәмғиәттә популяр-лаштырыусы киң мәғлүмәт сараларын да күҙ уңында тота. Нәҡ ошо “Асыҡ ҡараш” номинацияһында бөтә республика баҫмалары араһында “Ашҡаҙар” гәзите еңеүсе булды да инде!


Әлбиттә, беҙ спорт сараларынан репортаждар әҙерләйбеҙ, спортсылар хаҡында яҙабыҙ. Әммә был беҙҙең төп бурыс һәм маҡсат ҡына булып тормай, республикала спортты нисек үҫтерергә, йәш быуынды нисек тәрбиәләргә, тигән һорауҙарға яуап эҙләп, проблемалар күтәреп сығыу, улай ғына ла түгел, “Ашҡаҙар” гәзите Кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир һымаҡ саралар үткәреү ҙә ята иңгә.
Иң мөһиме, ошо эштәр, ошо яҙмалар ҙур баһаға лайыҡ булды! Рәхмәт һеҙгә, Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, ышанысығыҙ һәм баһағыҙ өсөн!

Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!
Беҙ – йәнә еңеүселәр рәтендә!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас