

Стәрлетамаҡта әлеге ваҡытта төрлө йүнәлештәрҙә 44 проект тормошҡа ашырыла, йәки ашырылған. Мәҫәлән, Любовь Красных «Ах!Фест» ойошторорға теләй, был проект ижади кешеләрҙе, йәш шағирҙарҙы, рәссамдарҙы, ҡул эше оҫталарын һәм комерцияһыҙ музыканы берләштерергә йүнәлтелгән. Ә Игорь Пылаев Һауа-десанты ғәсҡәрҙәренә бағышлап һөйкәл булдырыу инициативаһын белдергән. «Риком компания төркөмдәре»нең директорҙар Советы рәйесе Ринат Райманов бер юлы бер нисә проектҡа тотонған: «Мөхәммәтсәлим» мәсетен төҙөү, сауҙагәр Патрикеевтың йортон реконструкциялау. Архитектура һәйкәле булып һаналған «Бейеү театры» бинаһын реконструкциялауҙы Владислав Калачев үҙ өҫтөнә алған.
Тормошҡа ашырылған проекттар араһынан «Мәктәпкә әҙерләнегә» ярҙам ит проектын билдәләп үтергә мөмкин. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты директоры Юлиә Герасимова аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәпкә кәрәк яраҡтар менән тьәмин итеүҙә ярҙам күрһәткән. Ҡала меценаттары ҡала дауаханаларына медицина хеҙмәткәрҙәренә шәхси һаҡланыу сараларын һатып алырға һәм дауаланыусыларға кәрәк яраҡтар менән бушлышлыҡ иктән.
Проектта һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн https://ataisal.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк, үҙ инициативағыҙ менән сыҡҡас ҡала хакмимәте һеҙҙең менән бәйленшкә инер, проектығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек күрһәтер.