Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2022, 16:10

Халыҡ менән бергә

Урындағы үҙидара – ҡалала йәшәүсе һәр кемде власҡа яҡынайтҡан, муниципалитет тормошона бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән күренеш.

Иң мөһим һәм кисектергеһеҙ мәсьәләләр тап ошо кимәлдә хәл ителә лә инде. Был – халыҡ алдында оло яуаплылыҡ. Урындағы етәкселек граждандарға тулыһынса ышанған һәм уларҙы хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән булыра тейеш.

 Стәрлетамаҡ урындағы үҙидараның күптәнге традициялары менән дан тота. Тәүге  власть органдары бында  1782 йылда Стәрлетамаҡ ҡала статусын алыу менән үк төҙөлә башлаған.

Бөгөн ҡала Советының, хакимиәттең һәм урындағы үҙидараның территориаль йәмәғәт органдарының барлыҡ эшмәкәрлеге  Стәрлетамаҡ халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға  йүнәлтелгән. Быға тик власть менән халыҡтың берҙәмлеге, бере-береңде тыңлай белеү, эшлекле һөйәшеү һәм мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү менән генә ирешергә мөмкин.

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә  ихлас күңелемдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, һөнәри уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

 

Халыҡ менән бергә
Халыҡ менән бергә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: