Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Апрель 2022, 04:50

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ: “ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ ЙЫРЫП СЫҒЫРҒА КӘРӘК!”

Бынан теүәл ярты йыл элек Стәрлетамаҡҡа яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Рөстәм Ғәзизов Өфөнән килде, шуға, әйтергә кәрәк, ҡалала быға тиклем йәшәмәгән кешегә урындағы халыҡ башта һынап баҡты. Әммә Рөстәм Фәрит улы ошо бер нисә ай эсендә генә лә үҙен “Стәрлетамаҡ кешеһе” итеп таныта алды. Был хаҡта уның башҡарған эштәре һөйләй. Муниципаль хеҙмәт өлкәһе байрамы айҡанлы, беҙ бер нисә һорау менән ҡала етәксеһенең үҙенә мөрәжәғәт иттек.

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ: “ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ ЙЫРЫП СЫҒЫРҒА КӘРӘК!”Рөстәм ҒӘЗИЗОВ: “ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ ЙЫРЫП СЫҒЫРҒА КӘРӘК!”
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ: “ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ ЙЫРЫП СЫҒЫРҒА КӘРӘК!”

– Рөстәм Фәритович, Стәрлетамаҡҡа өйрәндегеҙме инде?
– Әлбиттә, башта үҙемде нисектер сит кеше итеп тойған һымаҡ инем. Яйлап өйрәндем, ҡала халҡының ихтыяжы, эске донъяһы аша урындағы тормошто аңлай башланым. Шуныһына тиҙ төшөндөм: Стәрлетамаҡта тура һүҙле, ҡыйыу, әммә, иң мөһиме: әүҙем, яуаплы кешеләр йәшәй. Һәм ҡыуандым быға. Сөнки, әйтәйек, әгәр ҙә халыҡ битараф булһа, ҡала үҫеше лә тотҡарланасаҡ. Тәҡдим итһендәр, сараларҙа бергә ҡатнашһындар, хатта әрләһендәр, тик битарафлыҡ ҡына булмаһын. Был йәһәттән, шул үҙенсәлеккә тап булдым: Өфөнән айырмалы рәүештә, бында ҡаланың төрлө биҫтәһендә йәшәгән кешеләр бөтөнләй икенсе биҫ-тәләге проблемалар, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Тимәк, береһе лә ҡала тормошона битараф түгел. Ғаиләм әлегә Өфөлә йәшәй, әммә уҡыу миҙгеле тамам-ланыу менән улар ҙа Стәрлетамаҡҡа күсеп киләсәк. Бер үҙем булғас, күп ваҡыт кис көндәрен йәйәүләп урамда йөрөйөм. Йөрөгән ваҡытта ҡала урамдарында төрлө проблемалар ҙа күренә... Ул проблемалар шунда уҡ урынбаҫарҙарға, хакимиәттең бүлек етәкселәренә эш булып барып етә. Ошондай мәлдәр ҙә үҙемде ҡала кешеһе итеп тойорға ярҙам итте. Ғөмүмән, ҡала тормошонда ҡайнай башлау менән үҙеңде ғүмер буйы ошо ерҙә йәшәгән һымаҡ хис итәһең.

– Стәрлетамаҡты, мәҫәлән, тағы ун йылдан нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Әлбиттә, ҡала тормошо – тере организм. Уның көндәлек мәшәҡәттәре бар, шул уҡ ваҡытта алдағы ун, егерме, илле йылға ҡарата пландар менән йәшәргә лә кәрәк. Мәҫәлән, бөгөндән Стәрлетамаҡты медицина кадрҙары менән тәьмин итергә кәрәк, юлдағы соҡорҙар йәки таҙартылмаған ихата һәм башҡалар. Ун йылдан ҡала нисек булыр тип баш ватҡанда бөгөндән үк төҙөлөш тураһында уйларға кәрәк. Ҡала үҫешә, күп ҡатлы йорттар төҙөр өсөн ерҙәр аҙая бара, шуға ҡала сиктәрен киңәйтеү мөһим. Әлбиттә, быға тиклем дә ул мәсьәлә билдәле булған, әммә инде артабан “аҙағыраҡ” тип ҡалдырырға ярамай. Төҙөлөш булмаһа йәки ҡала сиктәре киңәймәһә, уның ун йылдан киләсәген дә күҙҙалауы ауыр...

– Стәрлетамаҡ сәнәғәт ҡалаһы, йәштәр ҡалаһы булараҡ билдәле. Ошо йә-һәттән киләсәккә ниндәй пландар бар?
– Һүҙ ҙә юҡ, Стәрлетамаҡ – оло химия сәнәғәте магнаты. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадтың, атап әйткәндә, сәнәғәттең яңы технологиялар, интеллектуаль күренештәр аша ла үҫешерен теләр инем. Был йәһәттән миҫалдар ҙа бар: ҡала эшҡыуарҙары робототехника өлкәһендә яңы майҙансыҡтар булдыра, эш урындары аса. Илдең төрлө төбәктәренә генә түгел, сит илгә лә продукция сығарған принтерҙар етештереүселәр үҙе ни тора! Беҙҙең тәү сираттағы бурыс – ошо майҙансыҡтарға бина, льготалар менән ярҙам итеү.
Йәштәргә килгәндә, күҙәтеүемсә, Стәрлетамаҡта төрлө йүнәлештә эш алып барған, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булған төркөм-төркөм булып формалашҡан йәштәр донъяһы үҫешә. Әммә уларҙы бергә туплау, фекерҙәш, рухташ булырға саҡырған урын, идея юҡ кимәлендә. Планда булған “Йәштәр йорто” нәҡ берләштереүсе үҙәккә әйләнер тип ышанам. Унда асыштар ҙа, табыштар ҙа булыр тип өмөтләнәм. Кадрҙар үҫеше, идеялар, донъяуи саралар... Барыһына ла өмөт ҙур.

– Һеҙ күптән түгел такси водителе ролендә булып ҡаранығыҙ. Пассажирҙарҙы (бушлай) алып барғанда ҡала проблемалары хаҡында ла белдегеҙ. Халыҡ менән тағы нисек аралашаһығыҙ?
– Тәү сиратта, социаль селтәрҙәрҙә килгән мөрәжәғәттәр, ялыуҙар, үте-нестәр... – барыһы ла халыҡ менән бәйлә-неш булып тора. Ҡабул итеүҙәр, төрлө осрашыуҙар ҙа ҙур мәғлүмәти ярҙам килтерә. Әммә киләсәктә ошондай ғәҙәти булмаған алымдарҙы тағы ла ҡулланырға план бар.

– Әйткәндәй, һеҙгә тормошта ысынлап та такси водителе булып эшләргә тура килдеме?

– Атайым мәрхүм ғүмер буйы ҙур машиналарҙа, автокранда эшләне. Уның менән гел бергә йөрөп, уның эшенә һоҡланып, мин дә водитель булырға хыяллана инем. (Шуныһы йәл: атайҙан водитель оҫталығын ғына түгел, башҡа бик күп оҫталыҡтарын да өйрәнеп ҡалмағанмын, ул нимәгә генә тотонһа ла ҙур оҫталыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән башҡарып сыға ине.) Хыял үҫә төшә үҙгәрҙе: башта хәрби кеше булырға ынтылдым, һаулыҡ буйынса сикләүҙәр арҡаһында хыял селпәрәмә килде һәм артабан үҙемде ҡотҡарыусы итеп күрҙем. Ошо йәһәттән махсус һөнәр алдым, хеҙмәт юлым да ҡотҡарыусы ролендә башланып китте. Әммә аҙаҡ дәүләт хеҙмәте үҙенә тартты.
Водитель булып эшләргә тура килмәне, әммә тыуған ауылда – Шишмә районында йәшәгәндә мал ҡараусы ла булып эшләнем, көтөү ҙә көттөм, студент саҡта вагондар ҙа бушаттым. Был эштәр, был тәжрибә, хатта хыялдар, спорт шөғөлө һымаҡ, артабан мине сыныҡтырҙы, эшемдә сабырлыҡҡа өйрәтте, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт нығытты.

– Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы теләктәрегеҙҙе лә еткерһәгеҙ ине.
– Муниципаль хеҙмәт, минеңсә, табыш урыны ла түгел, шәхси мәнфәғәтеңде ҡайғыртыр ер ҙә булып тормай. Әлбиттә, кеше нәфсеһен тыя алмауы бар, әммә ундай кешеләр оҙаҡ тормай был хеҙмәттә: йә үҙе китә, йә (хатта) алып китәләр... Муниципаль хеҙмәт – халыҡ мәнфәғәтен яҡлар урын, кешеләр яҡшы тормошта йәшәһен өсөн ҙур эштәр башҡарыр өлкә. Еңел эш түгел, әммә иңеңә бурыс һалынған икән, лайыҡлы үтәп сығырға кәрәк!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һөнәри байрамығыҙ менән!

Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас