Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 23:36

Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш!”

Бөгөн Өфөлә үткән “ZаРоссию” концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға ҡаршы ябырылған баҫымға бергә ҡаршы торорға саҡырҙы. Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә. Радий Фәрит улы ватаныбыҙ менән ғорурланып йәшәргә кәрәклеген белдерҙе.

Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш!”
Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш!”

“Владимир Владимирович Путин үҙен граната менән шартлатҡан өлкән лейтенант Нурмагомед Гаджимагомедов хаҡында һөйләгәндә: “Мин ошондай батырлыҡ миҫалдары күргән саҡта, мин лак, дағстан ир-аты, мин чечен, ингуш, урыҫ, татар, йәһүд, мордва, оситин…” – тине.


Бөгөн был һүҙҙәрҙе Президентыбыҙ һымаҡ һәр кем әйтә ала: беҙ башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, удмурттар, марийҙар, сыуаштар, чечендар һәм башҡалар. Беҙ – рәсәйлеләр, бөйөк, ғәҙел һәм көслө ил граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.


Бөгөн беҙҙең илгә һәм беҙҙең лидерыбыҙға ҙур баҫым янай. Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш! Әгәр берҙәм булһаҡ, беҙ һәр ауырлыҡты йырып сыға аласаҡбыҙ!


Донбасты яҡлаған меңәрләгән егеттәребеҙ белеп торһон, беҙ улар менән бергә, уларҙы көтәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Ә вафат булғандар беҙҙең хәтерҙә, уларҙың яҡындары беҙҙең хәстәрлекте тойоп йәшәйәсәк. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Бөгөн ошо сараға килгән һәммәгеҙгә рәхмәт белдерәм!” – тине Радий Фәрит улы.
#Башкортостан
#МЫВМЕСТЕ
#ZАМИРБЕЗНАЦИЗМА
#ZАРОССИЮ
#БАШКОРТОСТАН

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: