Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2022, 09:25

Башҡортостан балаларына ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

БР-ҙың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында  баҫылған документҡа ярашлы, түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумынан артмаған, социаль ярҙамға мохтаж булған ғаиләләргә түләнергә тейеш.

Түләүҙәрҙең күләме республикала билдәләнгән йәшәү мимнимумының  50 процентын, әгәр ғаиләлә йән башына килем түләүҙәр менән бергә йәшәү минимумынан артмаһа, 75 проценттан алып 100 процентҡа тиклем тәшкил итә.

Радий Хәбиров республика  Хөкүмәтенә күп функциялы үҙәк йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша түләүҙәр буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә 2022 йылдың 1 майына тиклем мөмкинселек булдырырға ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, ошондай уҡ түләүҙәр Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан да булдырылды. Был түләүҙәр шулай уҡ май айынан башлана (әммә апрель айы өсөн дә була).

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: