Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2022, 19:20

Уйланыуҙар... Рәми Ғарипов...

Бөйөк шағирыбыҙ яҙған был юлдарҙа телебеҙ хаҡында ниндәй ҙур мәғәнә һалынған, ниндәй хәстәрлек, һоҡланыу бар унда.Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашыусылар нәҡ ошо текст буйынса үҙ белемен тикшерҙе лә инде.

Уйланыуҙар... Рәми Ғарипов...
Уйланыуҙар... Рәми Ғарипов...

Акция ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында үтте. Төп майҙансыҡ башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн тәғәйенләнде һәм ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында ойошторолдо. Унда, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филологияһы фәндәре кандидаты Рәйсә Илишева белдереүенсә, йәмғеһе ике йөҙҙән ашыу кеше диктант яҙҙы. Әлеге майҙанда акцияла ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне 65 йәшлек Зәкиә Ибраһимова булһа, иң кесе диктант яҙыусы Раушания Мансуроваға 7 йәш.
Сарала шулай уҡ билдәле актерҙар, йәмғиәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты. Тексты билдәле актёр Рәсил Сынбулатов уҡыны.

Был диктант тик "бишлеләр" алып килер, телебеҙ ана шулай артабан да үҫер тип ышанып ҡалайыҡ. Хәйер, башҡорт телен үҫтереүҙә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөн индереп, ваҡыт табып, сараға килеүселәргә был изге эштәре өсөн генә лә "бишле" ҡуйырлыҡтыр.

Уйланыуҙар... Рәми Ғарипов...
Уйланыуҙар... Рәми Ғарипов...
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: