Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Радик Юлъяҡшин «Татарстан мәҙәниәтенең йыл кешеһе» тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип танылғайны. 2017 йылда башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙона «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Йырҙар яҙыуҙан, башҡарыуҙан тыш, Радик Мөхәрләм улы Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе лә.
«Рәсми рәүештә тапшырылманы әле, тиҙҙән белербеҙ. Белеүемсә, Татарстан Радиктың тыуған көнөнә бүләк әҙерләй», — тине Элвин Грейҙың продюсеры Александр Слюсаренко.
Афишаларға ярашлы, үҙенең 33-сө тыуған көнөн, 17 майҙа, Элвин Грей Өфө ҡалаһының Йәштәр һарайында «Тыуған көн һеҙҙең менән бергә» тигән концерт менән билдәләргә йыйына.
Башинформ.