Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 12:04

ТЫУҒАН ӨЙӨМ – ИЗГЕ БИШЕК, Тыуған ерем – иман шишмәһе!

Тыуған яғымды, тыуған ауылыбыҙ Стәрлетамаҡтан йыраҡ булмаһа ла, гүзәл Таласыбыҙҙы (Стәрлетамаҡ районы) бик һағынам. Тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшөнә урынлашҡан ауылыбыҙ һәр кемде лә үҙенә тарта, һәр кем дә үҙенең тыуған ауылын, халҡын һағына.

ТЫУҒАН ӨЙӨМ – ИЗГЕ БИШЕК, Тыуған ерем – иман шишмәһе!
ТЫУҒАН ӨЙӨМ – ИЗГЕ БИШЕК, Тыуған ерем – иман шишмәһе!

...Ауылыма ҡайтырға булғас, бик шатландым. Миңзифа туғаным мине ауылға ялға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Изге йома көндө изгелектәр теләй-теләй юлға сыҡтым... Миңзифа минең иң яҡын туғаным: икебеҙҙең әсәйҙәр бер туған ғына, яҡты йөҙлө туғандары Зәкиә, Тимербайға ла рәхмәт. Атай-әсәйҙәрҙең барса әруахтарҙың урындары ожмахтарҙа булһын, әмин.


Миңзифа – Мәрғиә абыстай, Барый еҙнәйҙең ҡыҙы мине йылмайып ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Изге йома көндө рәхәтләнеп бергә сәй эстек тә, матур айлы манаралы мәсеткә йома намаҙына юл алдыҡ. Зөмәрә дуҫыбыҙ менән бергә шатланышып, Ирина Мөхәммәтшина, Тимербикә Әлибаева һәм башҡалар менән осрашып, бер-беребеҙгә сәләмдәр биреп, мәсетебеҙҙең түренә уҙҙыҡ, әлхәмдүлилләһ.


Ришат Шәйәхмәтов, Камил Ғәбиҙул-лин, Рөстәм Хисмәтуллин, Исмәғил Ғөбәйҙуллин Зөмәрә Ишморатова, Рәмилә Ирназарова, Миңзифа Хәйрет-динова һәм башҡалар менән мәсет намаҙы уҡыныҡ, хәйерҙәр таратыштыҡ. Мәсет муллаһы Булат Миңненәғим улы Хисмәтуллин вәғәз һөйләне, һуңынан йома намаҙы уҡылды, әлхәмдүлилләһ.


Намаҙҙан һуң мәсет өмәһендә лә ҡатнаштыҡ, кем иҙән йыуа, кем тәҙрәләр йыуа, кем саң һөртә – һәр кем эше менән мәшғүл ине, Ришат Абдулла улы Шәйәхмәтов таҙа һыу алып килде лә, сәй ҡуйып, һый-хөрмәттәр әҙерләнеләр, тәмле итеп, бер-беребеҙҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй эстек, рәхмәттәр яуһын.


Шулай итеп, йома көн матур үтә, Ришат Абдулла улы беҙҙең күршебеҙ ине, бергә үҫеп, бергә йәшәнек, уның матур итеп Ҡөръән уҡыуы һәм тормош юлдашы, шәфҡәт туташы булып эшләгән изге күңелле Земфира Камил ҡыҙы менән Ҡөръән уҡыуҙары күңелдәрҙе шатландыра, улар ауылда ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, ярҙамға ашыға, Ҡөръән уҡыйҙар, рәхмәттәр яуһын. Зөмәрә Абдулла ҡыҙы, Миңзифа Барый ҡыҙының Ҡөръән уҡыуҙарына, мәсеткә йөрөүҙәренә бик ныҡ шатланам, рәхмәттәремде уҡыйым.
Улар – минең йән дуҫтарым, изге теләктәштәрем. Кемдәр мәсет һалғандар, уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ғәбдерәшит мулла абзыйға, Хәжәр абыс-тайға, балаларына айырыуса ҙур рәхмәт, изгелектәре күп. Ғөбәйҙуллиндарға, Ишморатовтарға һәм башҡа барса ауылдаштарыбыҙға, ҡалала йәшәгән яҡташтарыма ҙур рәхмәттәр яуһын!


Мәсет – мәсет инде ул, Ислам динебеҙҙең изге бишеге, Аллаһы Тәғәлә йорто! Ошо изге мәсеттәргә халыҡ даими йөрөһөн ине, шулай мәсеткә быға тиклем килгән, уҡып йөрөгән абзыйҙарға, абыстайҙарға рәхмәттәребеҙ ҙур – улар юл күрһәтеүсе бит. Рафаэль ағайыбыҙға, Маһира Хисмәтуллинаға бик күп рәхмәттәребеҙ яуһын. Бик яҡшы кешеләр.


Миңзифа Барый ҡыҙы, Зәкиә Зәкәриә ҡыҙы, Зөмәрә Абдулла ҡыҙының ислам динебеҙгә булған яҡты ҡараштары бик урынлы, килешеп тора. Улар барыһы ла бик уңғандарҙың-уңғандары, өйҙәге эштәр, бүлмәләге аш-һыу оҫталары, ҡамыр баҫылған, туҡмас ҡырҡылған, мунса ла яғыулы, малдар, ҡоштар ҙа ҡараулы, Аллаһ һыйына шөкөр! Ғүмер буйы хеҙмәт алдынғылары булып эшләнеләр. Ауылыбыҙҙағы кешеләр барыһы ла шулай уңғандар!
Мәктәптә бер мөғәллимә ғәрәп теленән уҡыта, тип шатландырҙы беҙҙе Тимербикә Әхәт ҡыҙы. Әйҙә, шулай ғына була күрһен, ғилем байлыҡтары үҫһен ауылыбыҙҙа ла, һәр ҡайҙа ла!
Нурлы иман байлыҡтары теләп,

Мәрйәм ТӨХВӘТУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: