Шулай итеп, 1 һәм 9 май — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял. 30 апрелдә һәм 8 майҙа почта бүлексәләре бер сәғәткә алдараҡ ябыла.
2 майҙа улар ғәҙәттәгесә эшләй, 3 майҙа иһә клиенттарҙы шәмбе, ә 10 майҙа йәкшәмбе графигы буйынса ҡабул итә.
«4-7 майҙа илдәге почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй», — тине Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Башинформ.