Республиканың башҡарма власть органдарына һәм муниципалитет хакимиәттәренә республикаға килгән граждандарҙы урынлаштырыу, уларҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Радий Хәбиров һәм республика ведомстволары етәкселәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан күскенселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу шарттары менән танышты. Һуңынан республика ҡунаҡтарына тейешле ярҙам күрһәтеү тураһында күрһәтмәләр бирелде.
Башинформ.