Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 07:30

Яҙ һәм Хеҙмәт, Ураҙа байрамдары менән, дуҫтар!

1 Май – хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата.

Оло быуын кешеләре уны хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө, тип исемләһә, йәштәр яҙ һәм хеҙмәт байрамы, тип таный. Әммә барыһы ла уның тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә әйҙәгәнен белә. “Хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары яҡлы, лайыҡлы тормош өсөн” тигән лозунг менән профсоюзар элек тә, бөгөн дә хеҙмәт кешеһе мәнфәғәттәре һағында ҡала. Йәмғиәттә социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға булышлыҡ итә. Мосолмандар өсөн изге – Ураҙа байрамы ла быйыл май байрамы менән йәнәш тура килеүе икеләтә шатлыҡлы.

 Хөрмәтле дуҫтар! Һәммәгеҙҙе лә ошо ике оло байрам менән ҡайнар ҡотлайым! Иҫәнлек, һаулыҡ һәм именлек теләйем! Ураҙа байрамы барыбыҙға ла рухи тыныслыҡ һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс, ижади хеҙмәт өсөн яңы көс бүләк итһен. Байрам көнөндә һәр йортҡа һәм һәр ғаиләгә ырыҫ һәм бәхет, татыулыҡ һәм изгелек, ҡот һәм именлек теләйем!

Алдағы көндәрҙә лә ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, һөнәри өлкәлә ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә лә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Байрамдар рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен! Байрам менән, дуҫтар!

Ихтирам менән,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм ҒӘЗИЗОВ.

Яҙ һәм Хеҙмәт, Ураҙа байрамдары менән, дуҫтар!
Яҙ һәм Хеҙмәт, Ураҙа байрамдары менән, дуҫтар!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: