Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 19:55

Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 22 йәшлек ҡатын нәҡ шулай тип мөрәжәғәт итә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ирҙәргә. 2 миллион һумдан ашыу аҡса эшләй ул ошо енәйәт юлы менән. 67 ир-ат уның ҡорбаны була.

Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...
Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...

Әлбиттә, бер ниндәй ҙә өләсәй булмай, мутлашыусы башта ир-егеттәр менән интернетта таныша, әүрәтә һәм бер аҙҙан һуң ҡапыл ғына “ҡайғылы хәбәрен” еткерә, бурысҡа аҡса һорай. Хатта “үлем хәлендәге өләсәһе янында ултырған” фотоһын да ебәрә әле ҡорбандарына. Был хәл 2019 йылдың октябренән 2021 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Ғөмүмән, ул Силәбе, Сорғот, Норильск, Сочи ҡалалары, Ырымбур, Мәскәү, Кемерово, Ленинанград, Ростов өлкәләре һәм тағы әллә нисәмә төбәктә йәшәүсе кешеләрҙе “төп башына” ултырта. Ҡазан да йәшәүсе 28 йәшлек ир барыһын да уҙҙырып ебәрә һәм уның картаһына 417 мең һум аҡса күсерә.

Әммә... һәр ҡырын эш тә ҡырҡ йылдан һуң беленә тигәндәй, полицийскийҙар күптән түгел уның эҙенә төшә һәм енәйәтсене ҡулға ала, 1 250 мең һум аҡса тартып алына.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: