Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 15:44

Ҡыйыу иргә - өс бүлмәле фатир!

Өс йәшлек баланы ҡотҡарған иргә фатир бүләк иткәндәр.

Ҡыйыу иргә - өс бүлмәле фатир!
Ҡыйыу иргә - өс бүлмәле фатир!

37 йәшлек Сабит Шонтакбаев йорто янынан китеп барған саҡта юғары ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһендә эленеп торған өс йәшлек баланы күреп ҡала һәм ике лә уйлап тормай уны ҡотҡарырға йүгерә. Ир был фатирҙың аҫтындағы йортҡа инә һәм уның тәҙрәһе аша сығып, сабыйҙы ысҡындырып ала ла өйгә индерә.

Видеояҙманан күренеүенсә, был мәлдә баланың да, уны ҡотҡарған ирҙең дә ғүмерҙәренә хәүеф янай. Тик Сабит үҙе тураһында уйлап тормай.

Һәм бына бөгөн ошо хәлдең дауамы билдәле булды. Ҡыйыу иргә өс бүлмәле фатир бүләк иткәндәр һәм бөтә бурыстарын ҡаплағандар! Асыҡланыуынса, Сабит Шонтакбаев өлкәнең икенсе ҡалаһында йәшәгән, Нур-Солтанға төҙөлөштә эшләү өсөн 15 көн элек килгән булған. Өйҙә уның ҡатыны һәм дүрт балаһы – өс малай, бер ҡыҙ – бар. Ғаиләнең үҙ фатиры булмаған. Ир бәләгә тарыған бала йәшәгән йортта ҡуртымға фатир алып торған.

Бөгөн уны Нур-Солтандың аҡымы үҙенә саҡырып, эшкә урынлашыуҙа, кредиттарын ябыуҙа, ғаиләһен баш ҡалаға күсереүҙә ярҙам итәбеҙ тигән.

Ә фатирҙы уға G-Park төҙөлөш компанияһы һәм Ғәбит Сатмағәмбәтов исемендәге шәхси хәйриә фонды бүләк итергә булған. Был йорттағы яңы фатир оҙаҡламай төҙөлөп бөтәсәк. Ҡыйыу иргә үҙенә оҡшаған планировка һайлау мөмкинлеге биргәндәр, ул 100 квадрат метр самаһы майҙанлыҡ өс бүлмәле фатирҙы һайлаған.

Әйткәндәй, икенсе бер фонд уға фатир алырға аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән булған, хәҙер ир фатирлы булғас, йыйылған аҡса ремонтҡа тотоноласаҡ тигәндәр.

Оҙаҡламай ир ғаиләһен яңы фатирға күсерәсәк. Ҡала аҡымы уны урындағы локомотив заводына, балаларын мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштырырға ярҙам итәсәк, шулай уҡ ҡатынына ла эш табышасаҡтар.

Бер изгелек мең бәләнән ҡотҡара тигәндәре ошолор.

 

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: