Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 16:00

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин

Рәсәй граждандары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. 

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин

Быны 2022 йылда ғәмәлгә ашыра башлау планлаштырыла, тип белдерҙе төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ересько.

«Хәҙерге ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанцияларын ҡағыҙҙа ғына түгел, электрон форматта ла алырға мөмкин. Электрон квитанцияны дәүләт мәғлүмәт системаһында күрергә була. Быйыл иҫәпләнгән сумма хаҡында мәғлүмәттәрҙе граждандарҙың Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына ебәреү планлаштырыла», — тине Ересько.

Башинформ.

Фото Яндекс.

Автор:
Читайте нас: