

«Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары» федераль программаһының 25 йыл эшләү осоронда республикабыҙ предприятиелары төбәк һәм федераль этаптарҙа 4 меңгә яҡын тауар һәм хеҙмәт күрһәтте.
2021 йылда 60 предприятие төбәк этабында еңеп сыҡты, уларҙың 43-ө «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһы дипломдары һәм конкурстың юғары наградалары менән бүләкләнде: Республика кардиология үҙәге —«Сифат лидеры» призына, «Салауат» ательеһы «Халыҡ кәсебе» бүләгенә лайыҡ булды. Продукция һәм хеҙмәттәрҙең 4 төрө «Алтын йөҙ тауар»гә инде, улар Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙыңяҡшыһы тип танылды.
Башинформ.