Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Май 2022, 06:41

Ҡояштай балҡып йәшә лә йәшә әле, ҡәҙерлебеҙ!

Яҙ айының илаһи бер мәле. Донъя гөл-сәскәгә күмелгән. Бынан 80 йыл элек Ғафури районының Юлыҡ ауылында тәбиғәттең ошо  мәлендә – 25 майҙа донъяға ауаз һала беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Фәрзәнә Хәмзә ҡыҙы ЯҠУПОВА.

 Шуғалыр ҙа үҙе лә ҡояш кеүек, бар булмышынан нур бөркөлә уның. Эшкә уңған, хәстәрлекле һәм иғтибарлы, кешелексле, кеселекле беҙҙең  һөйөклөбөҙ – яратҡан тормош юлдашы, инәй, әсәй, өләсәйебеҙ! Уны ошо матур ғүмер байрамы айҡанлы ихлас ҡотлап, оло йөрәкле, изге күңелле яҡын кешебеҙгә артабанғы тормошонда ла тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ. Ҡояштай балҡып торған йөҙөң һис ҡасан болоҡһоу  белмәһен, изге күңелең һәр саҡ тыныс булһын. Беҙ, балаларың, яҡындарың, атайыбыҙ менән тигеҙ ғүмер итеп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән: тормош юлдашың Әҡсән, балаларың Винера, Марс, Гүзәл, Рима, кейәүҙәрең Рәмил, Флорид; ейән-ейәнсәрҙәрең; бүлә-бүләсәрҙәрең Ҡотлауға  туғандарың, дуҫтарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың, күршеләрең  дә ҡушыла.

Ҡояштай балҡып йәшә лә йәшә әле, ҡәҙерлебеҙ!
Ҡояштай балҡып йәшә лә йәшә әле, ҡәҙерлебеҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас