

«Һуңғы аҙналағы мәғлүмәттәр ағымдағы хаҡтар үҫеше темпының һиҙелерлек аҡрынайыуын күрһәтә. Апрелдә йыллыҡ инфляция 17,8% етһә, 20 майға ҡарата баһалау буйынса, Рәсәй банкының апрелдәге фаразынан тиҙерәк кәмеп, 17,5 процентҡа аҡрынайҙы», — тиелә банк белдереүендә.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй иҡтисады өсөн тышҡы шарттар ҡатмарлы булып ҡала был иҡтисади әүҙемлекте шаҡтай сикләй.
Рәсәй банкы Директорҙар советының киләһе ултырышы 2022 йылдың 10 июнендә була. унда төп ставка кимәле тураһында мәсьәлә ҡарала.
Башинформ.