Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Май 2022, 04:00

ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!

Иҫкә төшә... Шихандары менән әллә ҡайҙан күренеп һине ҡаршы алыусы, тәбиғәттең күркәм төбәгендә урынлашҡан, дүрт йылға һыуын һыулаған гүзәл төбәк Стәрлетамаҡ, мине йәш ҡыҙҙы, илле йылдар элек таң ҡалдырғайны. Беренсе тапҡыр ҡалаға килеп, беренсе тапҡыр троллейбуста ултырып барған саҡта ниңәлер миңә аҡса һоноуҙарын (ә ул аҡсаны мин ары кондукторға бирергә тейеш булғанмын икән), ауыл ғәҙәтен тотоп, танышмы, түгелме – һәр осраған кеше менән һаулашыуым һ.б. һ.б. Шундай уңайһыҙ хәлдәргә ҡалыуым йылмайыу аша иҫкә төшә.

ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ  ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ  ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!
ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!

Ундайҙар сикһеҙ... Уйҙар сикһеҙ... Илле йыл элек Стәрлетамаҡ та, бөгөнгө күҙ менән ҡарағанда, уҙған быуат баштарында төҙөлгән ҡаласыҡ булған бит. Шул йылдарҙа сәнәғәт үҫеше, химия, нефть химияһы тармаҡтары киң ҡолас йәйеп эшләй башлауҙары, шул уҡ ваҡытта йорттар, мәктәп, мәҙәни усаҡтар төҙөлөшө беренсе урында булыуын да әйтмәй булмай. Республика, ҡала етәкселеге йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырырға тырышҡандары, шул саҡтағы етәкселәрҙең фиҙаҡәрлеге, эшмәкәрлеге, ойоштороу һәләттәре таң ҡалдыра. Ә иң мөһиме: һәләтен, һөнәри оҫталығын юғары кимәлдә башҡарған ябай, егәрле эшселәр ҡалабыҙҙы хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ итеп төҙөнөләр, төҙөкләндерҙеләр. Нисәмә йыл рәттән ҡалабыҙ юғары бейеклегендә Рәсәйҙең алтын һәм көмөш ҡалалары рәтендә булды.

Бөгөн дә ҡалабыҙ арҡырыға ла, буйға ла матур, бейек йорттары менән менән үҫә бара, ҙурая. Матур сәскәле аллеялары, балаларҙы ла, ололарҙы ла үҙенә тартып торған ял урындары, һәр йортта тиерлек магазин, аптекалар ҙа үҙҙәренә саҡырып тора.
Уйҙарымдың сикһеҙ икәнен, үҙ һорауҙарыма яуап табырлыҡ түгеллеген дә төшөнәм, аңлайым, тағы ла шул, әммә...
Баҙар иҡтисады шарттарында йәшәйбеҙ, кем көслө, аҡсалы, улар ҡулында байлыҡ, улар эш биреүселәр һ.б. һ.б. Әммә заман ниндәй генә булмаһын, эш кешеһенә, уларҙың балаларына рухи көс, дәрт, дарман алырлыҡ социаль мөхит кәрәк. Ә мәҙәни усаҡтар һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыҡты (Тимер юлсылар, Төҙөүселәр мәҙәниәт йорттары, клубтар һ.б.) Бөгөнгө шарттарҙа телевидение, радио тапшырыуҙары ҙур роль уйнай, әммә тыуған телдә алып барылған тапшырыуҙар ҡалабыҙҙа юҡ. Ярай әле театрҙарыбыҙ эшләп килә. Матур-матур спектаклдәре, концерттары менән һө-йөндөрөп торалар. Рәхмәт!

Ата-бабалар рухына тоғро булып, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы, тарихи хәтеребеҙҙе яңыртыу өсөн ҙур эштәр атҡараһы бар. Динен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли булмышын, бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн тиңһеҙ көрәш юлдары үткән шәхестәребеҙҙе лә онотмаһаҡ ине.
Киләсәк быуын балалары ла үҙ тел-дәрендә, нәҫел ептәрен өҙмәй, изге ғәмәлдәр ҡылып республикабыҙ, ҡалабыҙ бәҫен юғалтмай киләсәкте нурландыр-һындар ине тигән теләктә ҡалам.
Шатлыҡлы хәбәр йәнде дауалай шул, шихандарға донъя күләмендә геопарк статусы бирелеү мөмкинлеге сыҡты, икенсе шатлыҡ – ҡалабыҙҙағы “Сода” компанияһы республиканыҡы тип иғлан ителде. Был инде ҡалабыҙҙың экологияһы ғына түгел, ә иҡтисадтың яҡшырыуына ла өмөт тигән һүҙ. Бергә булһаҡ, бергә хәрәкәт итһәк, халҡыбыҙға көс, дәрт инер тип ҡыуанып уйланаһың, тормоштағы бәхет һәм далан шул үҙе бит.
Киләсәгебеҙ тағы ла матурыраҡ, нурлыраҡ булһын, һиндә йәшәүсе һәр кем бәхетле, шатлыҡ менән ғүмер кисерһен тигән уйҙа ҡалам.

Вәсилә ХАЛИҠОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ  ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!
ИЛЛЕ ЙЫЛДАР ЭЛЕК ТАҢ ҠАЛДЫРҒАЙНЫ... Бөгөнгө Стәрлем дә хайран итә!
Автор:
Читайте нас