Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Мая 2022, 03:30

Стәрлетамағыбыҙ гөрләп сәскә атһын!

 Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ҡала көнө һәм Химиктар көнө менән ҡотлайым!

 Стәрлетамаҡтың һәр кешеһе өсөн был ике байрамдың айырылғыһыҙ бәйләнеше (ҡаҡшамаҫ берҙәмлеге) асыҡ күренеп тора. Стәрлетамаҡ – оло химия һәм нефть химияһы ҡалаһы. Ошо ҡалала йәшәүсе бер нисә быуын инде ҡалабыҙҙағы сәнәғәт предприятиеларында ошо тармаҡта хеҙмәт итә. Беҙ ҡалабыҙҙың данлы традициялары һәм хәҙерге заман ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Стәрлетамаҡ йылдан-йыл күркәмләнә бара. Үҫешкән инфраструктура, төҙөлөп ятҡан социаль объекттар, төҙөкләндерелгән ҡала биләмәләре – былар барыһы ла заманса Стәрлетамаҡтың йөҙөн билдәләй.

 Ғәзиз ҡалабыҙҙы яратҡанығыҙ һәм тоғролоғоғоҙ өсөн, уның именлеген хәстәрләгәнегеҙ һәм Стәрлетамаҡ сәскә атһын өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙгә рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ҡала халҡы! Фәҡәт бергәләп дәррәү тотонғанда ғына беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ һәм, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп, үҙебеҙ өсөн дә, киләсәк быуындар өсөн ҡалабыҙҙы йәмләндереп, артабан алға барасаҡбыҙ.

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Ысын күңелемдән һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тотороҡло мул тормош һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем! Ә ҡалабыҙ гөрләп сәскә атһын! Байрам менән!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Стәрлетамағыбыҙ гөрләп сәскә атһын!
Стәрлетамағыбыҙ гөрләп сәскә атһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас