Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Июнь 2022, 03:35

Каникулдарығыҙ күңелле үтһен!

Стәрлетамаҡтың барлыҡ кескәй граждандарын һәм уларҙың ата-әсәләрен матур байрамдары – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Бала саҡ – ғәмһеҙ һәм бик һоҡланғыс осор. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың да бала сағы иң йылы һәм яҡты хәтирәләргә бәйле. Беҙҙең балаларыбыҙҙың бала сағы нисек буласағы фәҡәт үҙебеҙҙән тора. Һәр бала ғаилә йылыһы, һөйөү һәм хәстәргә солғанып йәшәүе мөһим.

Стәрлетамаҡта йәш быуын вәкилдәрен  тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен асыу һәм таланттарын үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырыла. Беҙ яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт майҙансыҡтары төҙөйбөҙ, саралар уҙғарабыҙ. Һәр бала уникаль, һәм беҙҙең бурысыбыҙ – таланттарҙы асыуға булышлыҡ итеү.

Ҡәҙерле балалар, ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ҡыҙыҡлы һәм күңелле каникулдар теләйем! Бала саҡ һеҙҙең хәтерегеҙҙә иң сағыу һәм иң күңелле ваҡыт булып ҡалһын әйҙә. Байрам менән!

 

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

Каникулдарығыҙ күңелле үтһен!
Каникулдарығыҙ күңелле үтһен!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас