Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.
"Ыңғай һөҙөмтәләргә килгәндә, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында ыңғай динамика күҙәтелә. Был иһә беҙҙең ил иҡтисадының терәге булған, миллионлаған кешеләр, белгестәр мәшғүл булған бик мөһим тармаҡтар. Тармаҡтарҙы үҫтереү һәм нығытыу, беҙҙең илдәге граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа, тотош төбәктәрҙе һәм биләмәләрҙе үҫтереүҙә мөһим роль уйнай", - тип билдәләне президент.
Р.ЗАМАНОВА.