Ҡала архивы байтаҡ үҙгәрештәр кисереп, 2006 йылда “Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең архив бүлеге”нә әйләнә.
Әлеге ваҡытта архив бүлеге эшмәкәрлегендә документтарҙы сифатлы комплектлау һәм БР Архив фонды документары һаҡлауҙы тәьмин итеү, уны формалаштырыу, ведомство архивтары менән ойоштороу-методик етәкселек итеү төп йүнәлеш булып тора.
2022 йылдың 1 ғинуарына архивта дәүләт иҫәбендә 162 фонд бар. Шуларҙан: 71 фондты идара итеү документтары, 14-ен – шәхси сығышлы документтар, 76-һын – шәхси состав буйынса документтар, 1 фондты фотодокументтар тәшкил итә.
2022 йылдың 1 ғинуарына һаҡлауҙа булған документтарҙың дөйөм күләме 66 414 берәмек тәшкил итте, шул иҫәптән, даими мөҙҙәтле 26 216 берәмек һәм 40 198 берәмек шәхси состав буйынса (хеҙмәткәрҙең һәм эш биреүсенең хеҙмәт мөнәсәбәттәрен сағылдырыусы документтар).
Архивта граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарыла. Запростар почта аша, электрон почтанан, Күп функциялы үҙәктән килә. Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Пенсия фонды бүлексәһе менән электрон үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү яйға һалынған. Архив айына 250- нән ашыу запросты башҡарып ҡына ҡалмай, ә ҙур эҙләү эштәре уҙғара.
Архив бүлегендәге штатта дүрт кеше эшләй. Улар конкурс идарасыларына һәм бөтөрөлгән ойошмаларҙың шәхси составы буйынса документтарҙы тапшырыу буйынса яуаплыларға квалификациялы методик һәм консультатия ярҙамы күрһәтә.
Бында күп кешеләр архивтан эш хаҡы, стаж, наградалар тапшырыу тураһында справкалар алып, пенсия һәм социаль ташламаларға үҙ хоҡуғын бойомға ашырыу мөмкинлеген ала. Кешеләргә ярҙам итер өсөн архив белгестәренә запростарға мәғлүмәттрҙе бөртөкләп йыйырға, тиҫтәләгән эште өйрәнергә, һәр битте ентекләп ҡарап сығырға тура килә.
Р. Усманова.