+15 °С
Болотло
РФ Президенты Владимир Путин 7 июндәге иҡтисади мәсьәләләр буйынса хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе. Илебеҙ был һөжүмде күтәрә алыу ғына түгел, хатта ки үҫешкә стимул алды, тип аңлатты URA.RU сәйәсмәндәре. Иҡтисади мәсьәләләргә ҡағылышлы кәңәшмәне Путин дөйөм хәлде анализлауға арнаны. Ил башлығы дүрт ай эсендә сәнәғәт производствоһы 3,9 процентҡа үҫеште, тип билдәләне. Әммә Путин, автомобиль сәнәғәтендә, нефть эшкәртеүҙә һиҙелерлек түбәнәйеү күҙәтелеүен таныны, ҡара металлургия күләме кәмеүе хәүеф янай, тип билдәләне. Президент предприятиеларға һәм улаҙың хеҙмәт коллективтарына конкрет ярҙам саралары күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.
Р.ЗАМАНОВА.