Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь , 18:30

Башҡортостанда «Агроэкспресс» проекты сиктәрендә күмәртәләп таратыу үҙәге төҙөләсәк

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән  «Евразия Агрологистикаһы» агросәнәғәте эшмәкәрлеге үҫешенә ярҙам итеү буйынса  коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма араһында   килешеү төҙөлдө.

Ҡул ҡуйылған килешеүҙең маҡсаты булып Башҡортостан биләмәһендә күмәртәләп таратыу үҙәге булдырыу проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән  Евразия иҡтисади союзы илдәре менән берлектә  тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Агроэкспресс» тиҙәйтелгән тимер юл һәм мультимодаль ташыу проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек ойоштороу тора.

Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән «Евразия Агрологистикаһы» агросәнәғәт үҫешенә ярҙам итеү буйынса АНО генераль директоры «Евразия Алевтина Кириллова ҡул ҡуйған.
«Агроэкспресс» проекты – ул «РЖД Логистика» акционерҙар йәмғиәтенең һәм «РЭЦ» акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй туҡланыу продукттарын Ҡаҙағстанға, Үзбәкстан, Иран, Ҡытай һәм Яҡын Көнсығыш илдәренә тиҙәйтелгән  контейнер поездары ярҙамында махсуслаштырылған ташыу сервисы. Яҡын Көнсығыш «Евразия Агрологистикаһы» ярҙамында Башҡортостан Республикаһында күмәртәләп таратыу үҙәген төҙөү һәм үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуҙа, һәм шулай уҡ, логистик инфраструктура һәм эш урындары  булдырыуҙа ҡатнашасаҡ.

Андрей Назаров билдәләүенсә, республика Хөкүмәте килешеү сиктәрендә төбәк биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ, консультация, методик һәм инвестпроекттар менән бәйле булған мәсьәләләр буйынса һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтәсәк.

 

– «Агроэкспресс» инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостан иҡтисадына 8 млрд һум самаһы килем килтерергә, һәм шулай уҡ 100 эш урыны булдырырға мөмкинселек  бирәсәк, – тип билдәләне Премьер-министр. – Беҙ «Төньяҡ-Көньяҡ» халыҡ-ара транспорт коридоры һәм башҡа йүнәлештәрҙәге маршруттарҙа тышҡы  сауҙа, транспорт һәм логистика өлкәһендә, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы  продукцияһын һәм сәнәғәт продукцияһын ташыуҙы камиллаштырыу һәм башҡа эштәрҙе алға ебәреү маҡсатында хеҙмәттәшлек төҙөйәсәкбеҙ. Шулай уҡ беҙ бергәләп контейнер һәм  мультимодаль тиҙәйтелгән «Евразия Агроэкспресс» ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек йөгөн ташыу  проектын үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.

«Агроэкспресс» проекты Рәсәй агросәнәғәт тауар ететештереүселәренең һәм ЕАЭС дәүләттәре етештереүселәренең ауыл хужалығы продукцияларын экспортлауҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.

 Р.ЗАМАНОВА.

 

Башҡортостанда «Агроэкспресс» проекты сиктәрендә күмәртәләп таратыу үҙәге төҙөләсәк
Башҡортостанда «Агроэкспресс» проекты сиктәрендә күмәртәләп таратыу үҙәге төҙөләсәк
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в