Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь , 18:50

Белоруссия менән хеҙмәттәшлек

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Белоруссияның «Амкодор» холдингы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә компания уңыш йыйғандан һуң игенде эшкәртеү өсөн ҡорамал етештереү буйынса завод,  ә Өфөнөң Октябрьский  районында – ауыл хужалығы, коммуналь һәм башҡа төр техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге төҙөйәсәк.  Ике проект буйынса инвестициялар күләме 2,5 млрд һум тәшкил итәсәк. 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла.
«Амкодор» көслө партнер һәм беҙ оҙайлы хеҙмәттәшлек итеү мәнфәғәте яғындабыҙ.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса компания менән декабрь айында  Беларуссияға барып ҡайтҡандан һуң һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Шунан һуң холдинг вәкилдәре яуап визиты менән беҙҙең республикаға килде.

Улар Башҡортостандың  инвестиция потенциалын юғары баһаланы. Шуға күрә завод һәм сервис үҙәге төҙөүҙән башҡа беҙ  тышҡы  сауҙа эшмәкәрлеген бергәләп үҫтереү тураһында ла һөйләштек. Ә был инде республика иҡтисадына яңы инвестициялар, эш урындары һәм төбәк өсөн башҡа мөмкинселектәр булдырырға форсат бирә.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Белоруссия менән хеҙмәттәшлек
Белоруссия менән хеҙмәттәшлек
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в