“Бөгөн «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән беҙҙең республикала юлдар төҙөү буйынса мегапроекттарҙы тикшерҙек.
Медицинала – һуғыш ветерандарына клиник госпиталь төҙөүҙе планлаштырҙыҡ. Мөһим мәсьәлә – уны йыһазландырыу, был тәңгәлдә яңы кимәлгә күтәрелергә теләйбеҙ. Беҙгә иң заманса госпиталь кәрәк. Ветерандарҙың, шул иҫәптән локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрләү – иң мөһим мәсьәлә.
Мәғарифта – Өфөлә 360 урынлыҡ математик лицей-интернат төҙөү проекты өҫтөндә эшләйбеҙ.
Инфраструктура өлкәһендә – Халыҡ-ара иҡтисади форумда “ДОМ.РФ” (торлаҡ өлкәһе үҫеше финанс институты) менән Өфөлә Ағиҙелдең һул яғын һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү проекты буйынса килешеү төҙөргә уйлайбыҙ.
Туризмды үҫтереү өсөн, атап әйткәндә, «Туризм.РФ» корпорацияһы менән инвестициялар тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға уйлайбыҙ.
Форумда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы проектын күрһәтәсәкбеҙ.
Ваҡыт тығыҙ, осрашыуҙар күп, бурыстар ҙа. Эшләйбеҙ.”
Хәйерле сәғәттә! Эшегеҙҙә юғары уңыштар теләйбеҙ, Радий Фәрит улы!
Р.УСМАНОВА.