Был юғары награда экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән батырлыҡ һәм юғары профессионализм өсөн бирелә. Документ 15 июндә хоҡуҡи мәғлүмәттең федераль порталында баҫылды.
Орден менән Константин Бузанов, Петр Филиппов, Салауат Хәбиров һәм Владимир Былда (вафат булғандан һуң) наградланды. Тағы ла бер нисә яҡташыбыҙ маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Шулай уҡ Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы хеҙмәткәре Рауил Йосоповҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған балыҡсылыҡ хужалығы хеҙмәткәре”, Өфө урман техникумынан Фәриҙә Садиҡоваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе”, “Урал-ТАУ” хеҙмәткәре Ринат Вәлиевҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы” тигән исемдәр биреде.
Р.ЗАМАНОВА.