+17 °С
Болотло
Элгәрерәк Ҡытай Рәсәй менән сауҙа эшен дауам итергә ниәтләүе тураһында белдергәйне. Ил башлығы Си Цзиньпин менән энергетика, сәнәғәт һәм транспорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә һөйләште, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте. Улар Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар шарттарында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте һәм шулай уҡ халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерҙе. «2022 йомғаҡтары буйынса сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек торошо рекордлы күрһәткестәргә барып етәсәк тип көтөлә һәм киләсәккә перспективалар ентекле тикшерелде. Кооперацияны энергетик, финанс, сәнәғәт, транспорт һәм башҡа өлкәләрҙә киңәйтергә һүҙ ҡуйышылды», - тип билдәләнелә белдереүҙә.
Р.ЗАМАНОВА.