Һуңғы ике йылда Рәсәйҙә, йыл һайын 1,5 миллион самаһы автомобиль һатылды, әммә быйыл һуңғы биш ай эсендә һатыу күләме 51 процентҡа тиклем төштө, тип билдәләне ил етәксеһе.
Эксперттар баһалауынса, машиналаларҙың хаҡы ҡырҡа күтәрелмәһен өсөн, һатыу хаҡын төшөрөү 20-25 проценттан да артырға тейеш түгел, тип белдерҙе Путин.
Дәүләт башлығы кәңәшмәлә салондарға яңы машиналар алыу өсөн, һатып алыусыларға ярҙам итеү өсөн был юҫыҡта нимәләр эшләнелеүе тураһында еткерергә ҡушты.
Р.ЗАМАНОВА.