+15 °С
Болотло
Ростуризм президент Владимир Путиндың ял итеү урындары буйынса милли туристик маршрутты баҫтырып сығарҙы. Был турала ведомство етәксеһе Зарина Догузова Петербург халыҡ-ара форумында һөйләне.
«Себер каникулдары» маршруты - ул, ысынлап та, аналогы булмаған, бөтөнләй үҙенә бер төрлө маршрут. Ул Краснояр крайы, Хакасия һәм Тыва территориялары буйлап үтә», - тип аңлатты ул («РИА Новости»).
Догузованың һүҙҙәренсә, маршрутта Урта Йәнәсәй батшалығы юлбашсыларының бик боронғо кәшәнәләрен, Тывалағы буддизмдың изге урындарын һәм Саян-Шушенский ГЭС-ын күрергә мөмкин буласаҡ.
Р.УСМАНОВА.