Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь , 18:25

Стәрле студенттары ағас ултыртты

16 июндә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы  студенттары үҙҙәренең сығарылыш кисәһен билдәләне. Быйыл университетты 1216 кеше тамамлай. Уҡыуҙа, фән, спорт, мәҙәни-ижади һәм ижтимағи тормошта айырылып торған 200-ҙән ашыу студент вуз етәкселеге тарафынан рәхмәт хаттары алды.

Уҡыу йортон тамамлаусыларҙы ҡотлап, филиал директоры И.А. Сыров оло юлға оҙатыу һүҙҙәре менән өндәште:

– Бөгөн беҙ үҙенең уңыштары менән туған вузын, ҡалабыҙ һәм  республикабыҙҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индереүселәрҙе ҡотлайбыҙ, – тип билдәләне Игорь Анатольевич. – Һеҙҙең уҡыуығыҙҙың билдәле бер өлөшө тамамлана. Алда имтихандар көтә, ә унан һуң инде бөтөнләй башҡа, үҙаллы тормош башлана. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ  һәм киләсәгегеҙ яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар менән тулырына ышанам.

Шулай уҡ йыл һайын традиция буйынса бында филиал директоры иң яҡшы тамамлаусларға үҙенсәлекле наградалар тапшыра. Быйыл  «Намыҫ яуаплылығы»на иң-иңдәр тип табылған 9 тамамлаусы лайыҡ булды.

Был көндө студенттарҙы бай йөкмәткеле концерт программаһы көтә ине. Студенттар беренсе тапҡыр филиал бинаһы янында вузды тамамлаусы ағасын ултыртты. Университет планында ағас ултыртыуҙы изге йолаға әйләндермәкселәр.

Вуздағы йәнә бер матур традиция тураһында ла онотмайҙар, бына хәҙер биш йыл инде ҡала буйлап студенттар троллейбусында йөрөү. Мауыҡтырғыс сәйәхәттә ҡала йәмәғәт транспортын популярлаштырыу, Стәрлетамаҡтың иҫтәлекле (тарихи) урындары буйлап сәйәхәт итеү, университет тураһында  викторина  –  быларҙың барыһы ла көтә ине вузды тамамлаусыларҙы был көндө.

Р.УСМАНОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Стәрле студенттары ағас ултыртты
Стәрле студенттары ағас ултыртты
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в