Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 10:42

Башҡортостан халҡына контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк

Башҡортостандың хәрби комиссариаттарына контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланырға теләгән ир-егеттәрҙең күпләп мөрәжәғәт итеүе күҙәтелә. Тыуған ил һағына баҫырға теләүселәр һаны былтырғы йылдар менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға артҡан.

Башҡортостан халҡына контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк
Башҡортостан халҡына контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк

Тәжрибәле яугирҙәр һәм күңелендә илһөйәрлек рухы йөрөткән ир-егеттәр үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итеү теләге менән контракт буйынса хеҙмәткә яҙыла. Кандидаттарға төп талаптар һәм быйыл контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы ғәмәлгә ингән яңылыҡтар тураһында һөйләйбеҙ.


1. Кем контракт буйынса хеҙмәт итә ала
Был килешеүҙе граждандар Рәсәй Оборона министрлығы менән ирекле рәүештә төҙөй. Улар өсөн армияла хеҙмәт итеү – бурыс ҡына түгел, аңлы рәүештә һайлаған юл да. Ябай итеп әйткәндә, был – уларҙың эше һәм уның өсөн хеҙмәт хаҡы түләнә. Профессиональ хәрбиҙәр айырым фатирҙа йәшәй, иртәнсәк часҡа килә, ә кискеһен ғаиләһе янына ҡайта. Улар, килешеүҙе өҙөп, граждан эшенә күсә ала.
Контрактты өс айҙан күберәк ваҡыт хәрби хеҙмәт үтеүселәр, хәрби һөнәри йәки юғары белем биреү ойошмаларына уҡырға инеүселәр, шулай уҡ запаста булыусылар төҙөй ала. Тулы исемлек менән «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» федераль закондың 34-се һәм 35-се статьяларында танышырға мөмкин.
Иң мөһиме – Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеү теләге булыуы һәм ҡайһы бер талаптарға яуап биреү. Күпселек вазифалар өсөн 11 класс белемгә эйә булыу мотлаҡ. Физик әҙерлек йәһәтенән көсһөҙҙәр, енәйәт яуаплылығына тарттырылғандар (ул ғәмәлдән сыҡҡан хәлдә лә) хәрби контракт төҙөй алмай. Шулай уҡ кандидаттар медицина тикшереүе үтә һәм һөнәри-психологик тест һорауҙарына яуап бирә.


2. Йәш сикләүен 50-гә тиклем күтәрҙеләр
Элек хәрби хеҙмәт үтеү өсөн тәүге контрактты 40 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары төҙөй ала ине, быйыл май аҙағында был сикләү бөтөрөлдө. Президент Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Үҙгәрештәр индереүселәрҙең фекеренсә, юғары теүәллектәге ҡорал, ҡорамалдар һәм хәрби техника менән эш итеү өсөн юғары һөнәри әҙерлекле белгестәр талап ителә, ә ундай һәләт 40-45 йәштәрҙә генә ныҡлы барлыҡҡа килә. Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер контракт буйынса хеҙмәткә 50 йәшкә тиклемгеләрҙе лә алалар.


3. Оборона министрлығы яҡташлыҡ яҡлы
Быйылғы йылдың мөһим яңылыҡтарының береһе – контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе хәрби частарға билдәләгәндә яҡташлыҡ принцибына таяныу. Был бер республиканан булған кешеләр иңгә-иң терәп хеҙмәт итһен, бер-береһенә терәк-таяныс булһын өсөн эшләнә. Ғәмәлдә күренеүенсә, бындай «милли» батальондар хәрби рухты нығытыу һәм яугирҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән бик отошло, сөнки эргәңдәге яҡташың өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла көслөрәк була.
«Алыш барған мәлдә кешеләр бөтөнләй икенсе: ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бер-береңә ярҙам итергә, һуңғы ҡабым ризығың менән бүлешергә лә әҙерһең. Хатта ниндәйҙер ярыш сәме уянғандай: кем беренсе булып ярҙамға килеп өлгөрә. Тағы бер мөһим төшөнсә лә роль уйнайҙыр: Тыуған илгә ҡайтҡандан һуң бер кемдең дә ҡурҡаҡ һәм хыянатсы булараҡ танылғыһы килмәй», – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан контракт буйынса хеҙмәт итеүсе.


4. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә нимәләр тейеш
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәргә аҡсалата түләү айлыҡ оклад (званиеға бәйле), оклад (хәрби дәрәжәгә ҡарап), шулай уҡ стаж, квалификация, айырым хеҙмәт шарттары, дәүләт серенә рөхсәт, хәүефле заданиеларҙы үтәгән өсөн өҫтәмә айлыҡ түләүҙәрҙән тора. Әлеге ваҡытта ул яҡынса 220 мең һум.
Бынан тыш, федераль ҡағиҙәләргә ярашлы, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан һәр көн өсөн һигеҙ мең һум, «гражданка»ға ҡайтҡас, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә компенсация, юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ уҡырға инеү һәм башҡа ташламалар ҡаралған. Башҡортостан да үҙебеҙҙекеләр тураһында хәстәрлек күрә, шуға күрә республика батальондарына яҙылыусыларға өҫтәмә ярҙам саралары булдырылды. Аныҡлап әйткәндә, уларға 200 мең һум күләмдәге бер тапҡыр аҡсалата түләү һәм тәүлегенә ике мең һум ҡаралған.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Генерал Шайморатов тураһында дүрт ҡыҙыҡлы факт

1. Биш сит тел белгән
Миңлеғәле Шайморатов ярлы ғаиләлә үҫкән, бала саҡтан ялланып эшләгән, үҙ мәлендә башланғыс белем алыу мөмкинлеге лә булмаған. Әммә һуңынан барыһын да ҡыуып еткән. Уға айырыуса сит телдәрҙе өйрәнеү еңел бирелгән: ул инглиз, ҡытай, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрендә иркен аралашҡан, француз телен аңлаған.


2. Будённый көмөш ҡылыс бүләк иткән
Кавалерия полкында хеҙмәт иткән осоронда Шайморатов Граждандар һуғышынан һуң ҡалған төрлө бандаларҙы юҡ итеүҙә ҡатнаша. Бер махсус операциянан һуң буласаҡ Советтар Союзы маршалы Семен Будённый Шайморатовҡа почетлы ҡорал – исемле көмөш ҡылыс бүләк итә. Легендар комдив был ҡылысты ғүмеренең һуңғы көнөнәсә үҙе менән йөрөтә.


3. Кремлде һаҡлаған
1925 йылда Миңлеғәле Шайморатовты Мәскәүгә күсерәләр. Бында ул берләштерелгән хәрби мәктәпте етәкләй, артабан Кремлде һаҡлаған полктың командиры була. Тиҙҙән уны Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәрәләр, унан инде Төркиәгә – хәрби атташе, артабан Ҡытайға советник булып юллана. Командировканан ҡайтҡас, уға айырым Кремль полкы ышанып тапшырыла.


4. Дивизия – Геройҙар һаны буйынса рекордсмен
«Салауат вариҫтары сигенә белмәй» тип ҡабатларға яратҡан Шайморатов яугирҙәрен һөжүмгә күтәргәндә. Башҡорт атлылары айырым бер ҡаһарманлыҡ менән көрәшкән, фашистар уларҙы күрә алмаған. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем дүрт мең саҡрымдан ашыу хәрби юл үткән. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дивизияны 15 тапҡыр Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында билдәләгәндәр. Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 78-е – Советтар Союзы Геройы, тағы бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙы Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһе лә бирмәй.

Автор:
Читайте нас: