Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 17:14

Белоретта «Ҡайғылы әсә» скульптураһы асылды

Белоретта ул-ҡыҙҙары һуғыштарҙа һәм локаль ҡораллы конфликттарҙа һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙарға арналған «Ҡайғылы әсә» скульптураһы асылды.

Белоретта «Ҡайғылы әсә» скульптураһы асылды
Белоретта «Ҡайғылы әсә» скульптураһы асылды

Һәйкәл ҡаланың Геройҙар аллеяһы биләмәһендә Мәңгелек ут янында тора. Уның авторҙары — скульпторҙар Сергей һәм Александр Елкиндар.

«Әсә кеше өсөн балаһын юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Уның йөрәк әрнеүен беҙ бер ҡасан да аңлай алмаҫбыҙ. Ул һис ҡасан да балаларын онотмаҫ, улар өсөн, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған бөтә һалдаттар өсөн доға ҡылыр. Был скульптура — әсәнең балаһына булған сикһеҙ һөйөүенә ихтирам билдәһе ул»,  — тип яҙҙы Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас в