Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь , 17:45

Хәбиров: «Башҡортостан — солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын»

Башҡортостан — Ерҙә солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Хәбиров: «Башҡортостан — солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын»
Хәбиров: «Башҡортостан — солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын»

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Бөрйән районында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Алтын Солоҡ» заказнигы, «Башҡортостан» милли паркы һәм тирә-яҡ ауылдарҙың урмандарында «ата-бабалар кәсебе»н һаҡлайҙар һәм үҫтерәләр. Бынан тыш, Ишембай, Белорет, Ғафури, Мәләүез, Йылайыр, Күгәрсен райондарында ла солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр.

«Башҡорт дәүләт универстеты профессоры Айрат Рим улы Ишбирҙин етәкселегендәге республикабыҙ ғалимдары «Бөрйән солоҡ бал ҡорто» тибына һәм һеркә составы буйынса башҡорт солоҡ балының географик килеп сығышын билдәләү алымына ике патент алды. Был балыбыҙҙың үҙенсәлекле дауалау сифаттарын тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирә», — тип билдәләне ул.

Йәйҙең һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, әле — файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт.

«Умартасылар аҙ йоҡлай һәм күп эшләй, ҡыҙыу осор. Уларҙың еңел булмаған, әммә бик мөһим хеҙмәте хөрмәт уята», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе һәм умартасыларға уңыштар теләне.

Башинформ.

Хәбиров: «Башҡортостан — солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын»
Хәбиров: «Башҡортостан — солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын»
Автор:
Читайте нас в